Сибай ҡалаһының Алтын ҡасабаһында күркәм йорт һалып сыҡҡан Гөлсинә Әхәт ҡыҙы менән Рафиҡ Хөсәйен улы Дәүләтбаевтар ҡарағайҙай өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Фаил үҙ ғаиләһен ҡорған: ҡатыны Фирүзә лә, үҙе лә Сибай педагогия колледжында студенттарға тарих фәненән һабаҡ бирә. Игеҙәктәре—Сәлимйән менән Нәғимйән ағаһы менән еңгәһе уҡытҡан уҡыу йорто студенттары, киләсәктә программист һөнәренә эйә буласаҡ.
—Сығышыбыҙ менән Әбйәлил районының Хәмит ауылынанбыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булғас, ғаиләбеҙҙә тел, милләт, рух мәсьәләһе беренсе урында тора. Улдарым үҙ телендә һөйләшһен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белһен, халҡыбыҙҙың йолаларын онотмаһын тип тырышабыҙ,—ти Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы.—Өйөбөҙ түрендә Дәүләтбаевтарҙың тармаҡлы-тармаҡлы нәҫел ағасы тора. Унда ырыуыбыҙҙа һәр яңы тыуған бала өҫтәп яҙыла, баҡыйлыҡҡа күскәндәр ҙә билдәләнә.
1382 кеше теркәлгән шәжәрәне Г.Дәүләтбаева 8 йыл өйрәнеп үҙе уҡыт- ҡан колледжда нәҫел байрамы үткәргән. Унан тағы зат-ырыуын Талҡаҫ күле буйына саҡырған. Унда Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Белорет ҡалаларынан 382 кеше йыйылған. Әле ейәнсәрҙәре Наҙгөл Фаил ҡыҙы шәжәрәлә 11-се быуын булып теркәлгән.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы эшендә лә абруй ҡаҙанған шәхес. Студенттары менән ҡала, республика күләмендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. Бер нисә йыл рәттән уҡыу йортонда «Мираҫ» фольклор төркөмөн етәкләй.
Ире Рафиҡ Хөсәйен улының да ҡулынан килмәгән эше юҡ: төҙөүсе, балта, мейес сығарыу оҫтаһы. Күркәм йорттарында бөтә нәмә лә уның ҡулдары менән эшләнгән.
Улдары ла эшкә шәп.
—Күптәр 3 ул бағыуҙы ҙур эш күрә. Аллаға шөкөр, балаларым шәп. Бөтәһе лә бәләкәйҙән спорт менән дуҫ, хеҙмәттә лә, уҡыуҙа ла ал бирмәйҙәр. Иманлылар, Ислам тәғлимәтен теүәл үтәйҙәр. Фаил Сибай ҡала Советы янында эшләгән Йәштәр парламенты ағзаһы. Киленем Фирүзә алсаҡ күңелле, эшкә шәп, аш-һыуға оҫта,—тип ҡыуана күп балалы әсә.—Игеҙәктәрем интернет селтәрендә «Үәт әй» башҡорт төркөмө ойоштороп, уңышлы ғына эшләп килә. Улар Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡыған мәлдәренән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, гел приз-лы урын алды. Былтыр Нәғимйән Рәсәй архив хеҙмәтенә һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыуға арналған «Халыҡ тарихында—минең тамырым» республика тикшеренеүҙәр эштәре конкурсында еңеүсе булды. Сәлимйән яҡшы өлгәшкәне һәм йәмәғәт эшендә әүҙем булғаны өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты.
—Игеҙәктәрҙе үҫтереү ауыр булманымы?—тип һорайым Гөлсинә Әхәт ҡыҙынан.
—Юҡ, малайҙарҙы әсәйем менән ҡәйнәм алмашлап ҡарашты. Әсәйем—Ҡарнаева Гөлнур Рәис ҡыҙы заманында төбәгебеҙҙә алдынғы уҡытыусы ине. Ул әле хаҡлы ялда. Атайым ғүмере буйы урмансы булды. Ҡәйнәм—Дәүләтбаева Зифа Әхмәт ҡыҙы 83 йәшен тултырҙы. Тегергә оҫта, ҡорамалар ҡорай. Шулай бергә-бергә, татыу ғүмер итәбеҙ, шатлыҡтарыбыҙ ҙа, хәсрәттәребеҙ ҙә уртаҡ.